Башҡортостанда «Батыр» тулы метражлы фильмы төшәрөлә. Кинофильм яҙын ҙур экрандарҙа күрһәтелер, тип көтәлә.
«Арт-квадратта» фильмды төшөрөүгә үҙенсәлекле йола аша тәрилкә ватып страт бирелде. Санкт-Петербургтан килгән режиссер Елена Дубровская етәкселегендәге ижади төркөм Архангел, Белорет райондарында һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә эшләйәсәк.
Актерҙарҙың бөтәһе лә Башҡортостандан. Әмир Абдразаҡов исемендәге Башҡотостан киностудияһы һәм хеҙмәткәрҙәре төнъяҡ башҡаланан килгән режиссерға ихлас ярҙам ҡулы һуҙа.
Кадрҙарҙы яҡтыртыу, төшөрөүҙә техник йыһаздар менән тәьмин итә. «Өс таған» фильмы кеүек ҙур экранда, милли рухты, берҙәмлекте сағылдырырҙай «Батыр» тулы метражлы фильмы ла тамашасы күңелендә лайыҡлы урын алыр, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова