Башҡортостанда IQ-парк булдырыла

ӨфөләIQ-парк быйыл файҙаланыуға тапшырыла. Был турала Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдерҙе. Алдынғы технологиялар үҙәге Зәки Вәлиди урамындағы бинала урынлаша. Әле корпуста ремонт бара. Александр Сидякин әйтеүенсә, IQ-парк Өфөләге студенттар кампусының бер өлөшө була. Әле кампустың икенсе өлөшө проектлана. Төҙөлөштө 2024 йылда тамамларға иҫәп тотола.