Башҡортостанда яңы берләштерелгән университет исеме билдәле булды. Ул Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттары нигеҙендә ойошторола. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, яңы ВУЗ Өфө фән һәм технологиялар университеты тип йөрөтөлә. Уҡыу йортоноң федераль программала еңеүе көтөлә, ул ваҡытта ВУЗға 1 миллиард һум бирелә.