Был турала тейешле күрһәтмә бар. Документҡа Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, бер мең еңеүсе билдәләнә. Сара 1 сентябрҙә башлана һәм 1 декабргә тиклем дауам итә.
Башҡортостанда коронавирустан прививка эшләтеүселәр араһында бер бүлмәле фатир һәм 10 смартфон уйнатылды. Әле шифаханаларға юллама отторола. Тулыраҡ мәғлүмәт менән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.