Стәрлетамаҡта мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙәге ябылыу алдында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өйһөҙ ҡалған балалар. Стәрлетамаҡта өс йыл дауамында уңышлы эшләп килгән мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙәге ябылыу алдында. Был хәл ойошма менән урындағы халыҡ араһындағы аңлашылмаусанлыҡҡа бәйле.

Стәрлетамаҡ ҡала хаҡимиәте ҡуртымға биргән бина ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Шуға ла торлаҡ майҙаны күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Мәсьәләнең асылын БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин асыҡланы.

Ләкин, ул хыялда ғына тороп ҡала. Урындағы халыҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенән бүленгән торлаҡ майҙаны мөмкинлектәре сикләнгән балалар файҙаланасығаны ҡаршы. Шуға ла бөгөн төҙөләндереү эштәре башланған урында туҡтап ҡалған.

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ремонтты аҙна-ун көндән тамамлап 1 сентябрҙән тәүге тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул итергә йыйынған. Әммә, ул ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Балалар – беҙҙең бәхет" исеме аҫтында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе берләштергән үҙәк булараҡ ойошторола. Өс йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда Рәсәй Президенты фондының грантын алыуға өлгәшә. Ойошмаға балалары менән йөрөгән ата-әсәләр араһында Раушания Рәхмәтуллина ла бар.

Урындағы халыҡ ҡултамғалар йыйып ойошма эшмәкәрлегенә ҡаршы сыҡҡан. Быны улар бинаның иҫке булыуы менән аңлата.

Ойошма етәкселеге ҡуртымға бирелгән торлаҡ майҙаны менән күптәрҙең ҡыҙыҡһыныуын билдәләй. Улар араһында реабилитация үҙәге эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар.

Әле мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙәге яңы торлаҡ майҙанын эҙләү менән мәшғүл. Элекке бинала улар ҡала алмай. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте мәсьәләненең асылына төшөнмәүҙе хуп күрҙе. Шуға ла мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ата-әсәләр һуңғы өмөттәрен йәмәғәтселек ярҙамына бағлай.

Азат Ғәлиуллин