«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйәләр төҙөкләндерелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Былтыр Дүртенсе Ҡотоҡ мәмерйәһе баҫҡыстары яңыртылған. Элекке ағас ҡоролмалар урынына тимер тупһалар ҡуйылған. Был эштәр туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарылған.

Билдәле булфыуынса, Мәләүез районындағы мәмерйәнең ауыҙы вертикаль рәүештә. Ә инде 20 метр тәрәнлектән горизонталь йүнәлештә шахта башлана. Ул иң тәрәндәрҙән һанала.

Бынан тыш, быйыл Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһендә лә ремонт эштәре башҡарылған. Ябай кешеләргә тәбиғәт ҡомартҡыһына төшөү мөмкин түгел. Тәрәнлеге генә 100 метрҙан ашыу. Шуға ла бейеклектән был матурлыҡты күҙәтеү өсөн махсус урын барлыҡҡа килгән.

Илдар Байбулатов