Ошо ваҡыт эсендә граждандарҙың 35 миллиондан ашыу мөрәжәғәттәре ҡабул ителгән. Беҙ бөгөн тормошобоҙҙо күп функциялы үҙәктән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Юғары технологиялы һәм уңайлы хеҙмәт халыҡҡа донъяуи мәсьәләрҙе хәл итергә ярҙам итә.
Республиканың район һәм ҡалаларында күп фунциялы үҙәктең 76 офисы һәм бүлектәре эшләй. Уларҙа граждандарға дәүләт, муниципаль һәм бизнес-хеҙмәттәр күрһәтелә. Башҡортостанда күп функциялы үҙәк асылғандан алып уларҙың һаны 61 -ҙән 330 -ға тиклем еткән.
Клиенттарҙы хеҙмәтләндереү тиҙлеге лә артҡан. Бөгөнгө көндә учреждениела ике мең ярымдан ашыу хеҙмәткәр эшләй. 2016 йылда үткән ярышта Алина Шәйхуллина һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табылған. Уңышлы хеҙмәткәр әлеге ваҡытта баш белгес вазифаһында эшләй.
Гүзәл Борханова