«Йәш профессионалдар» чемпионатында ҡатнашыусылар үҙ оҫталыҡтарын төҙөлөш майҙансыҡтарында һынай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бының өсөн улар Башҡортостан командаһы партнерҙары ярҙамында кәрәкле ҡорамалдар менән бушлай тәьмин ителгән.

Башҡарылған эш сифатын төҙөлөш тармағы белгестәре баһалай. Мәртәбәле ярышта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 4 компетенция өсөн яуаплы. Һәр объекта йәш профессионалдар үҙ йүнәлештәре буйынса оҫталыҡтарын камиллаштыра. Буласаҡ һөнәрҙе улар аңлы рәүештә һайлаған.

Өфөләге чемпионат финалы 25-29 августа үтә. Ул «Мәғариф» милли проектына ингән «Йәш профессионалдар»федераль проектына ярашлы үткәрелә. Быйыл ярыштар ете өлөшкә бүленгән, 105 компетенция буйынса оҫталар асыҡлана.

Илдар Байбулатов