Археологтар табыштары менән таныштыра

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Бесәй урманында күләмле төҙөлөш алдынан ҡаҙыныу эштәре үтә. «Глумилино-1» археологик һәйкәлендә төрлө быуаттарға ҡараған артефакттар табыла. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Ябай кеше «ҡиммәтле» ярсыҡты таш, йәки сүп-сарҙан айыра ла алмауы ихтимал. Артефакттарға зыян килтермәйенсә уларҙы ҡаҙып алыу – ювелир эшенә тиң. Ҡомартҡыларҙы билдәләү һәм тупраҡ ҡаттарын тигеҙ итеп алыу мөһим.

Балсыҡтан яһалған һауыт-һаба, тимер дағалар һәм тәңкә. Бер ай ҡаҙыныуҙар эше һөҙөмтәһендә байтаҡ артефакттар табылған. Тарихсылар алдында уларҙың ниндәй быуатҡа ҡарағанын билдәләү бурысы тора.

Глумилино биләмәһендә быға тиклем баҡсалар урынлашҡан, хәҙер ул ихаталар буш тора. Кешеләр йәшәгәнгә күрә, йәшелсә үҫтереү өсөн ер даими һөрөлөп торған. Был эҙләнеү эшен ҡатмарлаштыра, ти белгестәр. Археологик ҡаҙыныу эше федераль ҡанунға ярашлы, күләмле төҙөлөш башланыр алдынан уҙғарыла. Биләмәлә заманса коммуникациялар һуҙғансы барлыҡ ҡомартҡыларҙы сығарыу кәрәк. Ҡышҡа тиклем «Глумилино - 1» ҡаласығында фәнни тикшеренеү тамаланыр тип көтөлә.

Табыштарҙы оҙайлы тикшереү һәм тергеҙеү процесы көтә. Унан һуң, ҡиммәтле әйберҙәр музей күргәҙмәләрендә урын аласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова