Башҡортостанда йортһоҙҙарға комплекслы ярҙам системаһын камилаштырыу мотлаҡ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған түңәрәк өҫтәлдә белдерелде.

Фекер алышыу Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова рәйеслегендә уҙҙы. Һөйләшеүҙә урындағы белгестәр ҙә, сит төбәктәрҙән килгән эксперттар ҙа ҡатнашты. Башҡортостанда 2003 йылдан алып йәшәү урын булмаған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса махсуслашҡан үҙәк эшләй.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре эшкә урынлаштырыу, пенсия, инвалидлыҡ юллау, социаль хеҙмәтләндереү йорттарына урынлаштырыу кеүек проблемаларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтә. Үҙәккә йыл һайын 700-ҙән 1 меңгә тиклем кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Белгестәр фекеренсә, әле өҫтәлмә ярҙам алымдарын ҡарау мотлаҡ. Ошо маҡсатта башҡа төбәктәрҙең дә уңышлы эш ысулдары үҙләштерелә.

Тормошта аяныслы хәлдәр йыш осрай, кеше төрлө сәбәптәр менән урамда тороп ҡалыуы ихтимал. Бер кем дә мин бәлә-ҡазаға тарымаҫмын тип әйт алмай. Ошо ваҡытта кешегә төшөнкөлөккә бирелеүгә юл ҡуймау, ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим. Ярҙам алымдары күп, уңышлы эшләгән төбәктәр бар, уларҙы таратырға кәрәк. Башҡортостан да ла ыңғай динамика күҙәтелә.

Дарья Байбакова, Йортһоҙҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк-ара хәйриә ойошмаһының Мәскәү филиалы етәксеһе

Рәмзиә Кәримова