Башҡортостанда "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалына әҙерлек тамамланыу алдында

Өфөлә "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалын асыу һәм ябыу тантанаһы өсөн сәхнә әҙерләнә. Тамаша "Конгресс-холл" янындағы амфитеатрҙа уҙғарыла. Әле сәхнәлә һуңғы әҙерлек бара. "Йәш һөнәрмәндәр" Бөтә Рәсәй чемпионаты финалы 25 августан 29-ына тиклем уҙғарыла. Ярыштарҙа илдең төрлө төбәктәренән 3 мең ярым ҡатнашыусы оҫталығын күрһәтә.