Өфөлә Үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселегенең өсөнсө көнөндә Рәсәй спортсылары өс бронза миҙал яуланы. Бөгөн ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш төрөндә еңеүселәр асыҡлана. Артабан, "Өфө-Арена"ла грек-рим төрөндә ярыштар башлана. Чемпионат 23 авгусҡа тиклем бара.