Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бара

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем була. Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төпкөл биләмәләрҙә иҫәп алыусылар 20 декабргә тиклем эшләй. Был кампания уҙған йылдың октябрендә үтергә тейеш ине, әммә тәүҙә 2021 йылдың апреленә,һуңынан сентябренә күсерелде. Аныҡ ваҡыты Премьер-министр Михаил Мишустин күрһәтмәһе менән билдәләнде. Иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре киләһе йылдың апрелендә иғлан ителә.