Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Бөгөн Башҡортостанда янғын хәүефе ҙур. Урман хужалығы министрлығы халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Ут сығыу осраҡтары булһа, Берҙәм урман һағы хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 8 (800) 100-94-00. Ведомствоның төбәк диспетчер хеҙмәте телефоны:  218-14-14, Өфөнөң коды: 347. Үткән тәүлектә республикала 6 урман янғыны теркәлгән. 54 гектар майҙанды ут ялмап алған.