Республикала хроник сирле балаларҙы дистанцион тәртиптә уҡытыуҙары ихтимал

Онлайн белем биреүгә күсереү уҡыусыларҙы коронавирус йоҡтороуҙан һаҡлау маҡсатында ойошторола. Был турала мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы белдерҙе. “Сентябрҙә ковид менән ауырыусылар артыуы көтөлә”, тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала яңы уҡыу йылы ғәҙәти тәртиптә башлана. Әммә төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Мәктәптә битлек тәртибе ғәмәлдә була. Социаль ара һаҡлау, тән температураһын үлсәү, һауаны таҙартыу мөһим. Санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен медицина инспекторҙары тикшерәсәк.