Башҡортостанға Бөтә Рәсәйҙән йәш оҫталар килә

Өфө “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатын ҡаршыларға әҙерләнә. Ул 25 августа башлана. Финалда 100-ҙән ашыу һөнәр буйынса ярыш ойошторола. Чемпионатта илдең 75 төбәгенән йыйылған командалар көс һынаша. Улар ярыштың төбәк этабы еңеүселәре. Башҡортостан командаһы 500-гә яҡын кешенән тора. Конкурсты асыу тантанаһы баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа үтә. “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты барышында популяр башҡарыусы Егор Кридтың сығышы көтөлә. Шулай уҡ дрондар тамашаһы күрһәтелә.