Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 952 кешенең ғүмерен өҙгән. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 291 кеше өҫтәлгән. Республика дауаханаларында 779 пациент дауалана.
Уларҙың күбеһе өлкән йәштәгеләр. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 82 меңдән ашыу кешегә яһалған. 886 меңгә яҡын кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 22 мең 733 кешегә тулыланған.