Йыл башынан республика юлдарында 15 бала һәләк булған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, һуңғы ете ай эсендә төбәктә балалар ҡатнашлығында 300-ләп юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Күңелһеҙ статистиканы иҫкәртеү маҡсатында бөгөн махсус комиссия мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылына ҡабул итеү сараһын уҙғарҙы. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Мәктәп етәкселеге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәренә хәүефһеҙ маршрут паспорты менән таныштыра. Ул йыл да яңыртылып тора. Быға ҡала урамдарында юл билдәләренең алмаштырылыуы, яңы төр ҡағиҙәләр индерелеүе сәбәпсе. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә һәр уҡыусыға барып етһен өсөн бар уҡыу кабинеттарында махсус стенд эшләнелгән.

Өфөнөң 98-се мәктәбендә барлығы 1090 уҡыусы белем ала. Тағы ла 130 бала беренсе синыфҡа барасаҡ. Белем усағындағы хәүефһеҙлектән тыш, мәктәп автобустары ла етди контролдә алына.

Махсус комиссия мәктәп эргәһендәге юл билдәләре, светофор, йәйәүлеләр өсөн үткәүел һәм ҡойма ҡуйыуҙа дәүләт стандарттары үтәлешен дә тикшерә. Юлдағы соҡорҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, уларҙы ямау бурысы ҡуйыла. Биләмәлә табылған барлыҡ етешһеҙлектәр 1 сентябргә тиклем бөтөрөлөргә тейеш.

Азат Ғәлиуллин