Башҡортостанда Рәсәй кардиологтары фәнни-ғәмәли конференцияға йыйылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

«КардиоКвадро» тип аталған медицина сараһында дүрт төбәктән килгән белгестәр «түңәрәк өҫтәл» артында фекер алышты. Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе һәм Өфөлә эшләүсе алдынғы табиптар йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау, заманса ысул менән иртә диагностика үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Конферецияла 300-гә яҡын кардиолог һәм терапевт ҡатнашты. Шулай уҡ онлайн форматта ла эш алып барылды.

Флорида Ким