Был турала Миәкә районынан хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек Стәрлемаҡтың 1 -се бала табыу йортонда ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡырғыҙ-Миәкәнән килгән 29 йәшлек ҡатын бүлмәләшенең яңы ғына тыуған балаһын тәҙрәнән ташлаған.
Ауыр йәрәхәттәр алған сабыйҙың ғүмере шунда уҡ өҙөлә. Асыҡланыуынса, ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе йәш әсә бер нисә йыл элек психоневрология диспансерында иҫәптә торған. Әммә йәмғиәткә ҡурҡынысы юҡ тип белгестәр уны иҫәптән төшөргән булған. Әле ул ике айға һаҡ аҫтына алынған. Балаһын юғалтҡан ҡатындың Стәрлетамаҡтың булыуы билдәле.
Виктория бөгөн социаль селтәрҙәр аша был ваҡиғаға ҡарата фекерен белдерҙе. «Беҙ бер кемгә лә үс тотмайбыҙ: бала табыу йортона ла, табиптарға ла, минең менән реанимацияла ятҡан был ауырыу ҡатынға ҡарата ла. Уны судҡа бирмәйәсәкбеҙ», - тип яҙған Виктория.