Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре рөхсәт ителмәгәг сауҙа нөктәләренә рейд менән сыҡты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Транспорт туҡталҡаһы, ял парктары, юл аҫты үткәүелдәрендә аҙыҡ-түлек, емеш-еләктәр һатыусылар менән иҫкәртеү әңгәмәләре алып барылды. Даими ҡағиҙә боҙоп хоҡуҡ һаҡсыларын иңҡар итеүселәр административ язаға тарттырылды. Законһыҙ сауҙа ойоштороусылар мең ярымдан 4 мең һумға тиклем штраф түләргә бурыслы.

Баш ҡаланың Совет районы буйынса йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре йыл башынан ғына 96 рейд ойошторған. Рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа иткән граждандарға ҡарата 800 протокол тултырылған.

Белгестәр әйтеүенсә, санитар талаптарға тикшереү үтмәгән, рәсми сертификаты булмаған тауарҙарҙан ҡулланыусыларҙың сәләмәтлегенә хәүеф янауы ихтимал.

Флорида Ким