Өфөлә «Йәш профессионалдар» милли чемпионаты финалын асыу һәм ябыу тантанаһына сәхнә әҙерләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Торатау» Конгресс-холл эргәһендәге амфитеатр майҙанында бөгөн конструкцияның төп өлөшө эшләнгән, әле музыка аппаратураһын урынлаштырыу тамамланыу алдында. Үҙенсәлекле проект менән ҡоролған сәхнә декорацияһын бығаса ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күргәне юҡ ине, ти Башҡортостандың мәҙәни программалар дирекцияһы.

Сарала сығыш яһаясаҡ сәхнә йондоҙҙарының исемлеге әлегә сер итеп тотола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли чемпионат Өфөлә 25 августан 29-на тиклем дауам итә. Сарала илдең төрлө төбәктәренән мең ярымдан ашыу йәш һөнәрмәндең ҡатнашыуы көтөлә.

Азат Ғәлиуллин