Сара сиктәрендә телсе-ғалимдар, яҙыусылар һәм сәсәндең туғандары ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала үтте.
«Салауат менән Юлай» поэмаһы, ҡобайырҙары,шиғырҙары, йырҙары, Вәлиулла тарафынан йыйылған халыҡ ижады өлгөләре бөгөн дә замандаштары, телсе-ғалимдар өсөн хазина.
Академик Ғайса Хөсәйенов: « Башҡорт фольклорын яңы табыштар менән байытыуҙа Вәлиулла сәсәндең роле ҙур, тип иҫәпләйем. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуйғаны өсөн дә беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ» тип яҙғайны. Вәлиулла Фәйзулла улы ижадының иһә өстән бер өлөшө генә ташҡа баҫтырылған.
Сәсән-импровизатор Вәлиулла Ҡоломбәтов Ғафури районы Яҡтыкүл ауылында тыуып үҫкән. Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән дуҫ булғандар, бер осорҙа белем алғандар.Вәлиулла унан кәңәштәр һорап, ижади ҡомары менән бүлешкән. Бүләһе Арыҫлан Әминев сәсәндең ижадын өйрәнеүсе һәм ташҡа баҫтырыға ярҙам иткән бишенсе быуыны.