Был уйын Ҡазанда «Чемпиондар Кубогы» сиктәрендә уҙҙы. Көсөргәнешле осрашыуҙа яҡташтарыбыҙ 4-1 иҫәбе менән өҫтөнөрәк булды.
Миҙгел алды турнирының тәүге көнөндә юлаевсылар Магнитогорскиҙың «Металлург» командаһы менән көс һынашты. Уйын дәғүәселәр файҙаһына 6-4 иҫәбе менән тамамланды. Яҡташтарыбҙҙан шайбаларҙы Степан Санников, Глеб Кузьмин һәм ике тапҡыр Александр Кадейкин индерҙе.