Башҡортостан ҡарамағындағы "Юбилейный" тиҙҙән балаларҙы ҡабул итә

"Юбилейный" шифаханаһы Ҡырымда иң яҡшы ял итеү урындары рәтендә булырға тейеш. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Ҡырымдағы шифахана Башҡортостан ҡарамағына 2017 йылда күсте. Беҙҙең республика уны төҙөкләндерә башланы. Эштәрҙең тәүге этабы быйыл тамамланырға тейеш ине, әммә план үтәлмәгән. Хөкүмәт рәйесе яуаплы ведомстволарҙы тәнҡитләне. "Юбилейный" тәүге ял итеүселәрҙе киләһе йылда ҡабул итергә тейеш, 2023 йылда тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйыла тине Андрей Назаров.