Радий Хәбиров битум һаҡлағыс асыу тантанаһында ҡатнашты

Республика башлығы Радий Хәбиров һәм "Битум" компанияһы вәкиле Дмитрий Донцов Салауат ҡалаһында битум һаҡлағыс асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул 60 мең тонна битумға иҫәпләнгән. Төҙөлөш өсөн 600 миллион һум тотонолған, 20 эш урыны булдырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был объекттың файҙаланыуға тапшырылыуы Башҡортостан өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Юл селтәрҙәре әүҙем үҫешә. Мәскәү-Ҡазан трассаһы ла Екатеринбургка тиклем һуҙыла. Ул Башҡортостан аша үтә. Шуға  юл төҙөлөшө үҫеше, яңы технологиялар һәм сифатлы материалдар беҙҙең өсөн мөһим, тине Радий Хәбиров.