Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, пандемия башланғандан алып, ҡурҡыныс сир 964 кешенең ғүмерен өҙгән. Бынан тыш, һуңғы тәүлектә ауырыусылар исемлегенә 293 кеше өҫтәлгән.
Республика дауаханаларында 86 пациент ауыр хәлдә ята, өс кеше үпкәләрҙе яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Вакцинаның беренсе компоненты 1 миллион 91 меңдән ашыу кешегә яһалған. 900 меңгә яҡын кеше прививкалауҙы тамамлаған. Һуңғы тәүлектә вакциналаныусылар исемлеге 21 мең 440 кешегә тулыланған.