«Ворлдскиллс Рәсәй» чемпионатында ҡатнашыусылар старт һыҙығы алдында

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һөнәри оҫталыҡ конкурсында көс һынашасаҡ йәштәр әҙерлектең һуңғы этабына сыҡты. Баш ҡаланың технология һәм дизайн колледжы чемпионатҡа өс компетенция буйынса конкурсанттар ебәрә. Етди һынау алдынан йәш профессионалдарҙың кәйефе менән БЮТ каналы хәбәрселәре лә ҡыҙыҡһынды.

Дарья Уткина Ворлд скиллс Рәсәй чемпионатына йылдан ашыу әҙерләнә. Бының өсөн ул төрлө ҡалаларҙа уҙғарылған һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ла ҡатнашҡан. Ҡайһы берҙәрендә призлы урындар яулаған. Әммә милли чемпионат бөтөнләй башҡа кимәл. Тулҡынланмайынса мөмкин түгел, ти ҡыҙ. Шулай ҙа бәләкәй сағынан уҡ ҡурсаҡтарҙың сәсен киҫеп төрлө прическалар эшләп үҫкән Дарья үҙ көсөнә ышана.

Үҙ уҡытыусыһының Ворлд скиллс чемпионатында эксперт булып сығыш яһауы ла Дашаны тынысландыра. Ләкин бер ниндәй ҙә ташламалар көтөргә ярамай. Конкурстың талаптары үтә лә ҡаты, ти Елена Сәхибгәрәева. Йәғни еңел генә күренгән сәс алыу эше лә донъяуи стандарттарға тура килтерелеп башҡарылыпрға тейеш. Ә сит илдә парикмахер эшенә талаптар юғары.

Һөнәри оҫталыҡ чемпионатына технология һәм дизайн колледжы өс компетенция буйынса конкурсанттар әҙерләй. Парикмахер сәнғәте, сәнәғәт дизайны һәм мода технологияһы. Моданың һәр яңылығын белеп торған Юля Ворлд скиллс Рәсәй чемпионатында быға тиклем дә ҡатнашҡаны бар. Дәғүәселәрҙен кем икәнлеген, һөнәри әҙерлеген белһәм дә күңел тыныс түгел, ти ул.

Ворлд Скиллс Рәсәй милли чемпионатының финалы илдәге иң күләмле һөнәри оҫталыҡ конкурсы. Быйыл ул 25 августан алып 29 тиклем Өфөлә үтәсәк. Унда 105 компетенция буйынса 1800 конкурсант ҡатнашыуы көтөлә. Ә контроль тағы ла етдирәк. Эксперттар һаны ғына 2 мең тирәһе. Ярыштар Рәсәй кимәлендә уҙғарылһа ла элекке союздаш илдәрҙән дә ҡатнашыусылар килеүе көтөлә.

Айнур Кәбиров