Ул үҙен Урал тауҙары амбассадоры тип йөрөтә. Өфөнән Олег Чегодаев 109 көн эсендә 3 меңдән ашыу километрҙы яңғыҙы үтә. Кисә генә әйләнеп ҡайтҡан сәйәхәтсе бөгөн киң мәғлүмәт саралары менән осрашты.
Олег Чегодаев ҙур сәйәхәтен 1 май башлай, көнөнә яҡынса 30-40 километр үтеп хыялын тормошҡа ашыра. Маршрутты төҙөү һәм уны үтеү өсөн физик көс кенә түгел, психологик яҡтан да әҙер булырға кәрәк. Таулы урмандар аша үтеү, йәки һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе алдан төҙөлгән маршрутҡа төҙәтмәләрен индергән. Сәйәхәтсе һүҙҙәренсә, Урал тауҙарын үткәндә иң хәүефлеһе – ул кеше, талпан һәм айыу булды ти. Һуңғыһы менән Олег 7 тапҡыр осрашҡан.
Өс ай ярым ваҡыт эсендә Олег Чегодаев 6 пар аяҡ кейеме, ике йоҡо тоғон алмаштыра. Сәйәхәт итеү өсөн күп көс, ваҡыт һәм сығымдар кәрәк икәнен йәшермәй. Аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтарын Өфөнән тормош иптәше ебәреп тора.
Олег Евгений улы көн һайын социаль селтәрендә сәйәхәт тураһында көндәлек алып бара. Унда ул фотоһүрәттәр менән бергә үҙенең уй-фекерен беркетә. Яҡын арала төшөрөлгән видеояҙмаларҙы ҡушып фильм сығарыу һәм Урал тауҙары тураһында китап баҫтырырға ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова