Видеобәйләнеш буйынса уны асыуҙа Радий Хәбиров һәм «Битум» йәмғиәте идарасыһы Дмитрий Донцов ҡатнашты. «Алға» махсус иҡтисади биләмә резидентарының береһе объекты төҙөүгә 600 миллион һум йәлеп иткән, 20 кешегә эш урыны тыуҙырған.
«Алға» махсус иҡтисади биләмә резидентарының береһе объекты төҙөүгә 600 миллион һум йәлеп иткән, 20 кешегә эш урыны тыуҙырған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге күләмле проект ике йыл элек «Инвестиция сәғәте»ндә хуплау тапҡайны.
Бындай объектты булдырыу битумға хаҡтың кинәт үҙгәреп тороуына юл ҡуймау, шулай уҡ юл төҙөү һәм ремонтлау осоронда республиканың подряд ойошмаларын продукция менән тулы күләмдә тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда юл селтәре әүҙем үҫә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Мәскәү – Ҡазан М-12 федераль трассаһын Екатеринбурга хәтлем оҙайттылар. Ул Башҡортостан аша ла уҙасаҡ. Шуға күрә лә юл төҙөлөшөн үҫтереү, уны яңы технологиялар менән тәьмин итеү беҙҙең мәнфәғәткә яуап бирә, тине республика етәксеһе.
Илдар Байбулатов