Был турала Радий Хәбиров бөгөн уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң белдерҙе.
Мишкә районы үҙәгендәге урта һөнәри белем биреү учреждениеһы 90-сы йылдар башынан эшләп килә, әлеге ваҡытта колледжда 400-гә яҡын студент белем ала. Педагогтар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа оҫтаханалар заман талаптарына яраҡлаштырлған, яңы ҡоролмалар алынған. Әммә матди-техник базаны нығытыу ихтыяжы ла бар, биналарҙа ремонт талап ителә.
Радий Хәбиров колледждың уҡыу корпусын, студенттар йәшәгән ятаҡты, оҫтаханаларҙы ҡарап сыҡҡандан матди базаны нығытыу бурысын ҡуйҙы. Киләһе йылда һөнәри уҡыу йорто 12 миллион һум күләмендәге федераль грант алырға ниәтләй. Әле студенттар «Ворлдскилс» милли чемпионатының финалына әҙерлек менән мәшғүл. Вадим Мортазин Башҡортостан данын «Умартасылыҡ» компетенцияһында яҡлаясаҡ.
Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәре сиктәрендә Марийҙарҙың тарихи-мәҙәни үҙәгендә лә булды.1987 йылда сафҡа индерелгән был учреждение әле яңы һулыш кисерә. Мәғлүм булыуынса, республика башлығы 2019 йылда үҙәктә булып реконструкцияны тамамлау бурысын ҡуйғайны. Был объекттыңтөҙөкләндереүгә аҡса Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы бүленә, әммә финанслау етмәү сәбәпле эш туҡталып ҡала.
Радий Хәбиров тағы ла 9 миллион һум йүнәлтергә ҡуша. Ремонт эштәре өсөн дөйөм алғанда 60 миллион һум тотонопа. Бөгөн марийҙарҙың тарихи-мәҙәни үҙәгенә башҡала учреждениелары ла көнләшерлек. Бында интерактив залдар, оҫтаханалар, кино, тауыш яҙҙырыу студиялары, күргәҙмә залдары урын алған.
Рәмзиә Кәримова