Хәйбулла районының ике ауылында мобиль бәйләнеш булдырылды

Республика башлығының төбәккә эш сәфәре барышында күтәрелгән һорауҙарҙың береһе хәл ителде. Алдағы көндәрҙә тағы ла биш ауылда кәрәҙле элемтә булдырылыр тип көтөлә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Хәйбулла районының урман зонаһында, ниһайәт, бөгөн элемтә булдырылды. Ул урындағы халыҡтың күптән көтөп алған яңылығы. Әле төбәктең планлаштырылған биш ауылынан Аҡъюл һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында 150 метр радиуслы станция урынлаштырылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мобиль элемтә булдырыу һорауы республика башлығы Радий Хәбировтың төбәккә эш сәфәре барышында күтәрелгәйне. Әле Хәйбулла районының 17 ауылында кәрәҙле телефон насар тота. Был үҙ сиратында урман янғындары менән көрәшкән төркөмдәрҙең бөр төптән эшмәкәрлек алып барыуға ҡамасауламай ҡалманы.

Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Бер аҙна тигәндә бәйләнеш булдырылды. Республика башлығы осрашыуҙа күтәрелгән бар мәсьәләләрҙең дә яҡын арала хәл ителәсәген белдерҙе.

22 йорттан торған Аҡъюл ауылында барлығы 72 кеше йәшәй. Былтыр урындағы халыҡ интернетлы булһа, бөгөн элемтә лә килеп етте.

Кәрәҙле элемтә үткәреү оҙайлы ваҡытты алманы, тик уны тулыһынса көйләү өҫтәмә ваҡыт талап ителеүе ихтимал. Шуға ла бәйләнештең тотороҡһоҙ эшләүе мөмкин.

Киләсәктә төпкөл ауылдарҙы федераль программа сиктәрендә киң зоналы кәрәҙле элемтә менән тәьмин ителәсәк. Проекты тормошҡа ашырыу киләһе йылда башланыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин