Башҡортостандың бөтә райондарында урмандарға инеү тыйылды. Бындай сикләү 9 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын хәүефе артыуына бәйле ошо турала ҡарар ҡабул ителгән. Тәртипте боҙоусылар өсөн штрафтар ҡаралған.Башҡортостанда быйыл 352 урман янғыны булған. Уларҙың 118-е ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйле. Әле Башҡортостанда 11 урында ут менән көрәшәләр. Дөйөм майҙаны 524 гектарҙы һүндерергә кәрәк.