Радий Хәбиров: "Ҡоролоҡ уңышта ла сағылды"

Башҡортостанда быйыл 2 миллион тонна иген уңышы йыйып алырға иҫәп тотола. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров "Интерфакс" агентлығына интервьюла белдерҙе. Уңыш уҙған йылдағынан ике тапҡырға аҙыраҡ, әммә республикала ҡытлыҡ булмай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ҡоролоҡ мал аҙығы әҙерләүҙә лә сағылған. Ҡайһы бер хужалыҡтар мал башын ҡыҫҡартырға теләй. Әле зыян күләме иҫәпләнә. Юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн бюджеттан ярҙам мөмкинлеге ҡарала, тине Республика башлығы.