Ураҙ алтыны ер ҡуйынынында ҡала. Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ҡарары менән «Альтинвест» комп компанияһының анияһы эшмәкәрлеге туҡтатылды.
Тиҫтә йылға яҡын төбәктә тәбиғәтте тәләфләгән ойошма, урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен генә түгел, феденраль ҡануниәтте инҡар итеүе лә асыҡланған. Алтын сығарыусылар ҡылған ҡырын эштәрҙең барыһын да асыҡлау менән тәртип һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк. Учалы районына ведомство-ара комиссияның эше төркөмө сәфәрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Ураҙ ауылы аҡһаҡалы Шәкүр Сәғәҙәтов урындағы халыҡты борсоған һорауҙы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ағзаларына еткерә. Тиҫтә йылға яҡын ауыл эргәһендә алтын йыуыла. Хазина кемделер байыта, әммә Ураҙҙарға бер тин дә файҙаһы юҡ. Оятһыҙлыҡ сигенә еткән «Альтинвест» компанияһының етешһеҙлектәрен фашлау маҡсатында улар ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияһына мөрәжәғәт иткән.
Ведомство-ара комиссияның эшсе төркөмө ағзалары халыҡ менән Ураҙ ауылы мәҙәниәт йортонда яңынан осрашыу тураһында килешеп «Альтинвест» компанияһы эшкәрткән алтын ятҡылыҡтарына йүнәлде. «Террасовая 2» тип аталған карьер, ер аҫты байлыҡтарын сығарыусыларҙың оятһыҙлығына асыҡ миҫал. Асылын әйткәндә алтын сығарыусыларҙың был тирәлә эшмәкәрлек алып барыуғпа бөтөнләй хоҡуғы юҡ. Ерҙәр ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән.
Алтын йыуыусыларҙан һуң бына ошондай ҡом өйөмдәре ҡала. Бер нисә йыл элек был туғайҙа Ураҙ халҡының сабынлыҡтары булған.
Ерҙең аҫты әле өҫкә килгән. Урыны менән йылға үҙәне боҙолған. Халыҡты иң хафаландырғаны, алтын сығарыусылар тирә-яҡты тәртипкә килтереү, йәғни рекультивация проектын бөтөнләй тәҡдим итмәгән.
Тирә-яҡты тәртипкә килтереү проекты юҡ, урындағы халыҡ эшкә алынмай. Ойошма урындағы социаль программаларҙа ҡатнашмай. Һалым буйынса ла һорауҙар күп. Алты йыл дауамында «Альтинвест» буш баланс буйынса отчет биреп килгән. Әммә ятҡылыҡта 3 алтын йыуыу ҡоролмаһы, ҡеүәтле машиналар эшләгәне аныҡ күренә. Водомство-ара комиссия ағзалары фекеренсә, Ураҙ ятҡылығында дәүләт хазинаһына ҡул һуҙыу тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
«Альтинвест» компанияһының Ураҙ ятҡылығына лицензияһы бар. Әммә ойошманың тәбиғәткә һәм закондарға һүлпән ҡарашы, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыуҙы талап итә тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ведомство-ара комиссияның эшсе төркөмө алтын сығарыусыларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡандан һуң ысынлап та үҙ фекерен әйтте. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса протоколдар тәртип һаҡлау органдарына йүнәлтелә. Урындағы халыҡҡа мәҙәниәт йортонда эшсе төркөмдөң ҡарарын Башҡортостан буйынса эске эштәр министры менән кәңәшләшкәндән һуң хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һөйөнсөләне.
Урындағы халыҡ ведомство-ара комиссия ҡарарын алҡыштарға күмде. Ауыл аҡһаҡалы Сәғәҙәт Шәкүров та һорауына аныҡ яуап алды.
Радий Хәбировтың башлынғысы менән ойошторолған ведомство-ара комиссия тармаҡта тәртип урынлаштырыу буйынса һөҙөмтәле саралар күрә. Тәбиғәт хазинаһын файҙалыныусылар өсөн был асыҡ сигнал.Ҡағиҙәләр үҙгәрә. Халыҡ һәм дәүләт мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмайынса эшмәкәрлек алып барыу өсөн артабан мөмкинлек булмаясаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин