Ғафури районында үлемесле авария теркәлде

Аҡкүл - Дарьино тимер юл үткәүелендә «Ford Focus» автомобиле, семафорҙың ҡыҙыл утына иғтибар бирмәй, хәрәкәтен дауам итә һәм тауар локомотивы менән бәрелешә. Ҡот осҡос фажиғәлә 25 йәшлек водитель менән 24 йәшлек пассажир һәләк булған, шулай уҡ 25 һәм 26 йәшлек ике пассажир дауаханаға оҙатылған.

Шулай Шишмә районында ла фажиғәле осраҡ теркәлде. Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлында «Geelly» менән «КамАЗ» автомобилдәре бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе урында уҡ вафат була, уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Ике осраҡ буйынса ла полиция һәм башҡа хеҙмәттәр тикшереү уҙғара.