Күпселек бәхетһеҙ осраҡ рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүгә бәйле. Өфөнөң Калинин районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы инспекторҙары сираттағы профилактик рейдҡа сыҡты. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Профилактик рейд барышынан күренеш. Ҡырын тейәп алған ир камераға ташланып маташа. Уның бындай ҡыланышы хоҡуҡ һағындағыларға ла тәүгә иғтибарға алынмай. Йәнәһе лә, үҙ хоҡуғын яҡлап маташа. Рөхсәт ителмәгән, унан бигерәк, эскән килеш һыу инеү янъял ҡуптарыусы өсөн төштән кире, күрәһең.
Күңелһеҙ хәлдәрҙең барыһы ла тиерлек һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа күҙәтелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты тыйыу билдәләре лә кәртә була алмай. Шуға ла йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре законһыҙ ойошторолған ҡомлоҡтар буйлап рейд үткәрергә мәжбүр.
Әгәр ул урында һыу инеү тыйылған икән, тимәк ярамай. Яр буйҙары сүп-сар, быяла ярсыҡтарынан таҙартылмаған, һыуҙың төбө тикшерелмәгән, анализға ла алынмаған. Өҫтәүенә, берәй хәл була ҡалһа, урында ҡотҡарыусылар юҡ.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башынан 102 кешенең, шул иҫәптән 33 баланың ғүмере ҡотҡарылһа, 19 кеше һыу ҡорбаны булған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес күпкә аҙыраҡ. Шулай ҙа эҫе көндәрҙең дауамлы булыуын иҫәпкә алғанда, белгестәр халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Азат Ғәлиуллин