Республиканың бөтә район-ҡалаларында да яңы уҡыу йылына әҙерлек дауам итә

Ата-әсәләр август аҙағында мәктәпкә әҙерлек мәшәҡәттәренә сума. Уҡыу өсөн кәрәк-яраҡтар, кейем, рюкзак һәм башҡа әйберҙәр ғәҙәттәгесә ғаилә бюджетында мөһим урын ала. Ауыр тормош хәленә эләккән ғаиләләр «Уҡыусыға ярҙамға» социаль акцияһы булышлыҡ итә. Республикала мәктәп әҙерлек тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ауыр тормош хәленә эләккән Әлфидә Ғәләфетдинова ике балаһы менән күп тапҡыр «Ғаилә» ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт итеп ярҙам алған. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләү осоронда ла ресурс үҙәк ғаиләгә иғтибар бүлгән. Бағыусылар бүләк иткән рюкзактар менән уҡыу кәрәк-яраҡтары тәүгеләрҙән булып Ғәләфетдиновтарға тапшырылды. «Уҡыусыға ярҙамға» акцияһы һәм ил Президенты ҡарары буйынса бүленгән 10 мең һум аҡса әсә кешегә мәктәпкә әҙерлек мәшәҡәттәрен еңелләштергән.

«Уҡыусыға ярҙамға» акцияһы быйыл республикала айырыуса уңышлы ойошторолдо. Уға ярашлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарға 9 млн һумға тиклем тауар йыйылған. Мәктәп уҡыусыларына граждандар килтергән әйберҙәрҙән тыш, ҙур ойошмаларҙан бүләк ителгән канцелярия тауарҙары, рюкзактар килтерелгән.

Аҙ тәьмин ителгән, ауыр хәлдә булған ғаиләрҙә үҫкән балалар өсөн ҡаралған акция 31 августҡа тиклем дауам итә. Әммә малай-ҡыҙҙар тап килгән кейем, аяҡ кейеме һәм башҡа кәрәк-яраҡтар башҡа айҙарҙа ла ҡабул ителә. Изге кешеләр күп булғанда балалар өсөн бүләктәр ҙә күберәк була.

Йылдағыса август аҙаҡтарында баланы мәктәпкә әҙерләү һәр ғаиләнең кеҫәһенә һуға. Әҙерлек ваҡытында мәғариф учреждениеһы талаптары ла иҫәпкә алына.

Форманың һәм рюкзактың сифатына ҡарап хаҡтар ҙа төрлө кибеттә төрлөсә иҫәпләнә. Әммә Өфө мәктәптәре талаптары буйынса уртаса суммаларҙы иҫәпләп сығарырға мөмкин.

Һуңғы ваҡытта тауарҙарҙы интернет аша һатып алыу модала булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр яуапелы осор алдынан балаларына әйберҙе үҙҙәре тотоп ҡарап, һайлап алырға ашҡына. Шул уҡ рюкзактарҙы ла сабыйҙарына кейҙереп ҡарап, уның материалын тикшереп ҡарарға тырышалар.

Росстат иҫәпләүҙәре буйынса Башҡортостанда малайҙы мәктәпкә әҙерләү уртаса 15 мең һумға, ҡыҙ баланы – 17 мең һумға баҫасаҡ. Бынан тыш белем көнөнә сәскә гөлләмәләренә лә өҫтәмә сумма иәҫптә тоторға кәрәк.

Өс малай тәрбиәләйем, шуға ла сифатлы әйберҙәр алырға тырышам. Өлкәндәрҙән ҡалған кейемде кесе улдар кейә ала. Быйыл формаға уртаса бер балаға 7 мең һум бүлергә ниәтләйбеҙ.

Вера Шаврина, күп бала әсәһе /Өфө/

Уҙған йыл менән сағыштырғанда кейем-һалымға хыҡтар шул уҡ кимәлдә ҡалған. Ата-әсәләргә мәктәпкә әҙерлек осоронда уртаса 15-20 мең һум аҡсаһын сарыф итергә әҙер булырға кәрәк. Августың һуңғы аҙнаһында мәктәп йәрминкәләре сауҙа -ҙәктеренң иң килемле өлөшө булып тора.

Флорида Ким