Белоретта йәшәүсе Сәид-Хөсәйен Бакаев финалда Грузия спортсыһы Диего Чхиквадзе менән алышты. Өҫтөнлөк тулыһыса яҡташыбыҙ яғында булды. Ул дәғүәсеһен мәрәйҙәр буйынса 10-0 иҫәбе менән отто. Шулай уҡ алтын миҙалға Адлан Әмриев та лайыҡ булды. Өфө егете хәл иткес алышта Голландия вәкиле Тайрон Стеркенбургты 5-1 иҫәбе менән еңде.
Донъя чемпиондарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уның билдәләүенсә, йәштәрҙең оло ҡаҙанышы көрәш төрҙәренең үҫешенә ыңғай этәргес бирәсәк.