«Йәш профессионалдар» милли чемпионаты майҙансығында бар эштәр ҙә сифатлы башҡарылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ярыштар үтәсәк төп майҙан менән яҡындан танышҡандан һуң белдерҙе. Уның әйтеүенсә, дөйөм алғанда, барыһы ла сифатлы эшләнгән, ваҡ техник деталдәрҙе генә еренә еткереп ҡуйырға кәрәк.

Уларҙы төҙәтеү тураһында иҫкәрмәләр бирелгән. Рәсәй күләмендәге чемпионатты уҙғарыу ил иҡтисады үҫешенә ыңай йоғонто яһаясаҡ. Сөнки Өфөгә үҙ һөнәре оҫтаһы һаналған йәш белгестәр күп йыйыласаҡ.

Әле Башҡортостан конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә башлағанда да инде. Тәүге булып Яҡут республикаһы вәкилдәре килде. Өфө тимер юлы вокзалына килеп төшкән ҡунаҡтарҙы ирекмәндәр сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды.