Бөгөн Өфөлә Үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса донъя беренселеге тамамлана. Грек-рим төрөндә Башҡортостан спортсылары Сәйет Хөсәйен Бакаев һәм Адлан Амриев үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә алтын миҙал яуланы. Уларҙы еңеүҙәре менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. "Донъя беренселегенең алтын миҙалы - ҙур уңыш. Спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, был тормошта ла ярҙам итә", тине Радий Хәбиров.