Радий Хәбиров Түбәнге Новгородты юбилейы менән ҡотланы

Республика башлығы  Радий  Хәбиров  Түбәнге  Новгородтың 800 йыллығы уңайынан тантанала ҡатнашты. Яңы быуатта ла  был ҡала үҙенсәлеген һаҡлап  ҡалып  ышаныслы  үҫеш юлында  булыр. Радий  Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең төбәктәрҙе  ныҡлы  дуҫлыҡ  ептәре бәйләй. Бергә  Уралдан Волга  тиклем уртаҡ  йорт төҙөйбөҙ.  Тиҙҙән  2024 йылда  Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнә,  Башҡортостан баш ҡалаһында Түбәнге  Новгородтан да  ҡунаҡтар көтәбеҙ, тине Радий  Хәбиров.