Башҡортостан урмандарында һуңғы тәүлектә 7 урында ут сыҡҡан. 30 гектар биләмәгә зыян килгән. Әле Республикала 12 урында урман яна. 470 гектар биләмәне һүндерергә кәрәк, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан. Башҡортостанда янғын хәүефенә бәйле 9 сентябргә тиклем урмандарға инеү тыйылды.