Егерменсе быуат классигы, билдәле башҡорт композиторының тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо. Еңеүселәр ике номинацияла – фортепиано һәм скрипкала Нариман Сабитовтың әҫәрҙәрен башҡарыусылар араһында асыҡлана. Конкурста махсус музыка мәктәптәрендә шөғөлләнгән 7-15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Ойоштороусылар Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит ил музыканттарын да бәйгегә саҡыра. Сығыштар дистанцион форматта ҡабул ителә.