"Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы был аҙнала ла дауам итә

Башҡортостанда сәләмәтлек поездары был аҙнала ла йөрөй. Өфөнән квалификациялы табиптар төрлө ауылдарҙа булып халыҡты ҡабул итә. Алдағы  көндәрҙә  сәләмәтлек бригадалары Саҡмағош, Дыуан, Борай, Миәкә, Федоровка, Көйөргәҙе, Йылайыр райондарында эшләй. Табиптарға яҙылырға кәрәкмәй, кешеләр сират буйынса  ҡабул ителә.