Башҡортостан йылына 5 мең турист ҡабул итергә тейеш. Республика властары ошондай маҡсат ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров "Интерфакс" агентлығына интервьюла ҙур туристик мөмкинлектәр тураһында белдерҙе. "Янғантау" геопаркы ЮНЕСКОның глобаль селтәренә индерелгән, "Торатау"ҙы ла исемлеккә индереү өсөн документтар әҙерләнгән. Башҡортостанда эко- һәм этнотуризм, автотуризм үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, тине Радий Хәбиров.