Сара уңайынан Радий Хәбиров Башҡортостан һөнәрмәндәре командаһы менән осрашты. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән ярышта республиканың 100 ойошмаһынан 280 конкурсант ҡатнашасаҡ. Төбәк етәкселеге йәш һөнәрмәндәр менән аралашып еңеүгә өмөттәр бағланы.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, чемпионатта республика данын яҡлап беренсе урын яулаусыларға 100 мең һум, призлы урынға өлгәшеүселәргә 50 сең һум аҡса түләнәсәк. Ошондай уҡ сумма йәш һөнәрмәндәрҙе тәрбиәләгән пелагоктарға ла ҡаралған.
«Ворлдскиллс» Рәсәй милли чемпионатының финалы илдәге иң күләмле һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе. Быйыл ул 25 августан алып 29-на тиклем Өфөлә үтәсәк. Чемпионатта 105 компетенция буйынса 2 меңгә яҡын һөнәрмән ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, урта һәм юғары белем биреү йорттары студенттары көс һынашасаҡ.
Быйыл чемпионатта төҙөлөш тармағынан тыш 7 йүнәлеш буйынса һынауҙар үтә. Йәш һөнәрмәндәр мәғлүмәт һәм бәйләнеш, инженер технологиялары, транспорт һәм логистика, хеҙмәтләндереү тармағы, ижад һәм дизайн, мәғариф өлкәһендә ярышасаҡ тип көтөлә.
Флорида Ким