Ул Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе араһындағы Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә ойошторолдо.
Был акция сит төбәк балаларына Башҡортостандың алдынғы, инновациялы белеү биреү учреждениелары менән танышыу мөмкинлек бирә. Уҡыусылар менән осрашыу маҡсатында күрше өлкәгә Өфө һәм Сибай ҡалаларының гимназия-интернаттары вәкилдәре килде. Улар уҡыусылар өсөн квест формаһында ҡыҙыҡлы һәм файҙалы оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Шулай уҡ «Белем» акцияһы сиктәрендә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы балаларына дәреслектәр тапшырылды. Уҡыу әсбаптары ошо көндәрҙә Красноармейский, Сосновка һәм Сыбаркүл райондарына ла барып етәсәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек тыуҙырылған.
Айырыуса республика Мәғариф министрлығы ҙур ярҙам күрәһәтә.Шулай уҡ милләттәштәребеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йәш быуын туған телгә ылыға. Әле Арғаяш районында ғына балаларҙың 60 проценты башҡорт телен өйрәнә.