Йола буйынса, сараға төрлө төбәктәрҙән ошо ырыу вәкилдәре йыйылды. Йыр-моңға бай тарихи байрам хаҡында киләһе яҙма.
Тарих менән танышыу, уйын-көлкө байрамы был юлы Белорет районының Сермән ауылында ойошторолдо. 10-сы тапҡыр уҙғарылған «Ҡатай йәштәре йыйыны» һабантуй майҙанын хәтерләтә. Башҡорт тирмәләре, милли уйындар, мәргәнлектә көс һынашыу... Былар барыһы ла республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылдарына арнап уҙғарылды.
Йыйынды «Ҡатай һылыуы» матурлыҡ конкурсы асып ебәрҙе. Бәйгелә ырыу вәкилдәре йәшәгән төрлө төбәктәрҙән тиҫтәләгән ҡыҙ ҡатнашыу теләге белдергән. Жюри ағзалары уларҙың тышҡы һылыулығын ғына түгел, эске матурлығын, хужабикә оҫталығын, үҙ ырыуы тарихын белеүҙәрен дә баһаланы.
Йыйын сиктәрендә Ҡатай улусы старшинаһы Ғимран Нуховҡа таҡтаташ асыу сараһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышыда ҡатнашҡан һалдаттар иҫтәлегенә сәскәләр һалынды. Ғимран Нухов 1900-1917 йылдарҙа 36 ауыл ҡараған Ҡатай улусы старшинаһы була. Ул идара иткән осорҙа 15 урынға иҫәпләнгән дауахана, ике класлы рус-башҡорт мәктәбе асыла. Улус идаралығы йорто беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. 1919 йылда унда балалар приюты асыла, әле был йортта мәсет урынлашҡан.
Йыйындың иң ҡыҙыу мәле – ул ауҙарыш уйыны булғандыр. Тантаналы программаны «Ҡатай батыры», «Ҡатайса көрәш», «Мәргән уҡсы», «Ҡатайбикә», «Йәш ҡатай» конкурстары биҙәне. Урындағы йүнселдәр башҡорт биҙәүестәре, шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Киләһе Ҡатай йәштәре йыйынын Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында үтәсәк.
Әлфинә Килдейәрова