Стәрлетамаҡ ҡалаһында өсөнсө тапҡыр «Беҙ бергә» музыка фестивале үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» күңел асыу үҙәге ойошторған сара йылдан йыл күп тамашасы йыя. 2018 йылдан бирле даими үткәрелеп торған концерт, былтыр сикләүҙәр арҡаһында кисектерелеп торҙо.

«Юлдаш» радиоһы һәр саҡ тыңлаусылары менән араны яҡынайтырға тырыша, быйылғы осашыуҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, ти алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтов.

Музыка фестивалендә егермегә яҡын башҡарыусы сығыш яһаны. Йыр-бейеү, “Теге өсәү”ҙең шаяртыуҙары, уйындар, иҫтәлекле бүләктәр менән ҡатыштырылды. Йола итеп алынған сара, киләһе йыл тағы ла күләмлерәк буласаҡ, тип вәғәҙә итә ойоштороусылар.